Кушнаренко районы Матвеев ауылына янғын һүндереү машинаһы тапшырылды

Ирекле дружина ҡотҡарыусыларына бирелгән транспорт ут менән көрәш өсөн кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Янғын һүндереү машинаһы техник күрһәткестәре буйынса ҡатмарлы юл участкалырын үтеү, юғары тиҙлектә хәрәкәт итеү өсөн иҫәпләнгән. Матвеев биләмәһе ҡарамағында тағы ла биш ауыл иҫәпләнә. Янғын һүндереү машинаһы урындағы халыҡты ғәҙәттән тыш хәлдә ҡотҡарыу сараларында ҙур ярҙам булыр тип көтөлә.

Был машина Кушнаренко районында янғындарҙы һүндереүҙә күп тапҡыр файҙаланылды, шуға ла техника ышаныслы тип әйтә алам. Уның эсендә янғынды һүндереү өсөн ҡотҡарыусыларға бөтә уңайлыҡтар ҡаралған. Матвеев ауылына машинаны тапшырыу алдынан ул ремонтланды, тәртипкә килтерелде.

Булат Диваев, 85-се янғын һүндереү бүлеге етәксеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ