Өфөгә эш сәфәре менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров килде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән ул донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусында, Республика балалар онкология һәм гематология үҙәгендә булды. Төбәктә сафҡа индерелгән объекттар Рәсәй төбәктәре өсөн миҫал итеп алырлыҡ кимәлдә тип баһаланды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Февралдә асылған балалар онкология һәм гематология үҙәге тиҫтәләгән кескәй пациентҡа ғүмер бүләк иткән урын. Быға тиклем яман шеш менән бәйле диагностика , дауалау сараларын үтеү өсөн малай-ҡыҙҙарға Мәскәүгә йөрөргә тура килә. Хәҙер балалар өсөн юғары сифатлы медицина хеҙмәттәре республикала күрһәтелә.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров онкология һәм гематология үҙәге эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Ярты йыл элек асылған учреждение медицина тармағында эшләгән көслө кадрҙар менән тәьмин ителгән, объект заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған .
Ауыр процедураларҙы үткән малай-ҡыҙҙарҙың күңелен күреү өсөн урында бар шарттар тыуҙырылған. Үҙәк сағыу һүрәтле, иркен коридорҙарҙан уйын бүлмәләренә тиклем уйлап эшләнелгән.
Өфөгә эш сәфәре барышында Игорь Комаров донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусында ла булды. Объект "Фән һәм университеттар" милли проекты буйынса төҙөлә. Беренсе сираты - IQ-парк йыл башында сафҡа индерелде. Радий Хәбиров рәсми ҡунаҡтар менән бергә кампус бинаһында урынлашҡан вуз лабораториялары һәм инновация майҙансыҡтары менән танышты.
Төҙөлөш проектының икенсе сираты - Геном үҙәге төҙөлөшө башланған, киләһе йыл аҙағына тиклем биләмәлә тағы ла ете бина күтәреү ҡаралған. Унда студенттар өсөн йәшәү урындары, спорт һәм ижад зоналары булдырыу көтөлә.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сентябрҙә үтәсәк һайлау буйынса маҡсаттарҙы ла билдәләне. Сәйәси кампанияны ғәҙел, асыҡ, законға ярашлы ойоштороу бурысы ҡуйыла.
Республикала Башҡортостан башлығы өсөн тауыш биреү 6,7 һәм 8 сентябрҙә үтә. Һайлау көндәрендә төбәктә өс меңдән ашыу участка эшләйәсәк. Бынан тыш ҡала һәм район халҡы урындағы совет депутаттары өсөн дә тауыш бирә.
Флорида Ким



