Башҡортостанда эшләй башлаған «Рекрут» проекты тәүге һөҙөмтәһен күрһәтә

Акцияға ярашлы, ирекмәндәр төпкөлдәргә сығып хәрби-патриотик йүнәлештә, контракт хеҙмәте тураһында аңлатыу эше алып бара. Сәфәрҙәрҙең береһендә «Туз» ҡушаматын аласаҡ егет махсус хәрби операцияға юлланыу теләген белдергән. Дуҫтарым һәм таныштарым күптән хеҙмәт итә, улар менән бәйләнештәмен, илгә ярҙам итеү теләге мине контракт төҙөүгә этәрҙе, ти ул. Әле егет ректрутсы менән бергә ДОСААФ бүлексәһенә килеп әңгәмә үтә. Һуңынан ул махсус хәрби операцияға ҡушылыр өсөн урындағы хәрби комиссариаттарға оҙатыласаҡ. Унда медицина комиссияһы үтеп контракт төҙөй ала.

«Рекрут» проекты аҙна башында үткән оператив кәңәшмәлә республиканың Рәсәйҙең армия, авиация һәм флотҡа ирекле ярҙам итеү йәмғиәте тәҡдим иткәйне. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләүселәргә ярҙам итеүселәрҙең эшмәкәрлеген аҡсалата билдәләүҙе күҙ уңында тота. Был турала ойошма етәксеһе Игорь Нурмөхәмәтов хәбәр иткәйне. Ғәҙәттә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм яңы яугирҙарҙы йәлеп итеүселәр үҙ иҫәбен һәм ваҡытын сарыф итә. Аҡсалата ярҙам беҙҙең эштең сифатын күпкә яҡшыртасаҡ, тине ДОСААФ етәксеһе. Проект һәр кешегә илһөйәрлек һәм бөйөк миссияға теләктәшлек белдереү мөмкинлеге бирә. Радий Хәбиров «Рекрут» проектының әлеге ваҡытта мөһим башланғыс булыуын билдәләне.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ