Унда ат спортын һөйөүселәр, профессионалдар, шулай уҡ башҡорт тоҡомло аттарҙы үҫтереү буйынса эксперттар ҡатнашыр тип көтөлә. Халыҡ-ара кимәлдәге сараға әҙерлек барышы хаҡында киләһе яҙмала.
Уны хәҙер уйын амплуаһы һәм сәкән һуғыуҙан тыш, аттарҙың тоҡомо, сыҙамлығы ла ҡыҙыҡһындыра. Фәрүәз Рафиҡов башҡорт телендәге хоккей матчтарына комментарий биреү тәжрибәһен спорттың икенсе төрөндә ҡуллана башланы. Спорт комментаторының ат сабыштарын яҡтыртыуҙа республиканан тыш, федераль кимәлдә лә эш тәжрибәһе бар.
Быйылғы «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестиваленең программаһы бай һәм үҙенсәлекле. Унда «Тай-тулаҡ»,»Ауҙарыш», «Ашаҡ» кеүек традицион ярыштар уҙғарыу күҙаллана.. Бынан тыш, 6 төрлө ат сабышы ойошторола. Һәр йылдағыса төп бүләк - автомобиль.
«Башҡорт аты» республика фестивале боронғо йолаларға нигеҙләнеп, яңы традицияларҙы башлай. Төп маҡсат - юғалыу сигендә булған башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлап ҡалыу. Был йәһәттән, үҙебеҙҙең төбәктең йылҡы малын үрсетеүселәр башланғысы һәр яҡлап хуплана. Башҡорт аты байрамы республика Башлығы указы буйынса үткәрелә.Сара халыҡ-ара фестиваль статусына эйә.
15-16 августа «ат йәнлеләр» Баймаҡ районына Граф күленә йыйыла. Халыҡ-ара фестивалдә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселр өсөн күргәҙмә-йәрминкә ойошторола, ҡымыҙ бешеүселәрҙең республика конкурсына йомғаҡ яһала. Оҫталар ҡалаһында олоһо-кесеһе тимер бөгөп ҡараясаҡ, арбаға ат егеү маһирлығын күрһәтәсәк. Туристар һәм ҡунаҡтар үҙенсәлекле милли аш-һыуҙарҙы ла тәмләйәсәк. Сара сиктәрендә
«Евразия аттарының абориген тоҡомдарын һаҡлау һәм үрсетеү» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙғарыла «Башҡорт аты» фестиваленә Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан, Ғәрәп әмирлектәренән атлылар, спортсылар, ғалимдар килеүе көтөлө. Тағы бер мөһим осрашыу Башҡортостандың Урал аръяғында туризмды үҫтереү мәсьәләләренә арнала.
Гүзәл Борханова






