Алтын Урҙа археологик экспедицияһы Шишмә районында ҡаҙыныу эштәре алып бара

Алтын Урҙа археологик экспедицияһы Шишмә районы Ябалаҡлы ауылы эргәһендә ҡаҙыныу эштәре алып бара. Тарихи биләмәлә Өфөнөң тарих тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары һәм Башҡортостан райондарынан, Свердловск өлкәһенән уҡыусылар, студенттар ҡатнаша.

Ябалаҡлы-1 тарихи ауылында табылған ҡаҙылдыҡтар яңы фәнни асыштар яһарға булышлыҡ итәсәк. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.

Һөйәк киҫәге табыу ҙа ҡаҙыныу эшендә ҡатнашыусыларға ҙур шатлыҡ. Боронғо Һөйәктәр һәм ҡаҙылдыҡтар буйынса был ерҙәрҙә Алтын Урҙа осоро халҡы йәшәгәне асыҡланған. Дим йылғаһы ярында былтыр биш меңдән ашыу һөйәк табылған. Улар һыйыр, ат, дөйә, һарыҡ, кәзә һәм ҡоралай һөйәктәре. Был борон бында йәшәгән халыҡтың ултыраҡ һәм күсмә тормош менән йәшәүен, һунарсылыҡ итеүен иҫбатлай, ти археологтар. Палеозологтар табылған хайуан тешен өйрәнгәндән һуң ғәҙәттә малдар йәй аҙағында, көҙ башында һуйылыуын асыҡлаған. Ҡаҙылдыҡтар араһында сусҡа һөйәктәре юҡлығы уларҙың ислам динен тотоуы тураһында фаразларға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ биләмәлә ике йәшлек бала ҡәберлеге табылған. Уны ерләү мосолманса башҡарылған, ти белгестәр.

Ҡаҙыныу эштәрендә Әбйәлил һәм Кушнаренко райондарынан Свердловск өлкәһенән уҡыусылар һәм студенттар ҡатнаша. 1 августа башланған эш 17-нә тиклем дауам итә.

Ябалаҡлы ауылы янындағы тарихи биләмәне археологтар бер нисә йыл элек тапҡан. Тарихи биләмә яр буйында ғына урынлашҡанға, йылға ташҡан мәлдә уның ҡатламдары яҙ һайын йыуылып бара, тап шуға ла тарихсылар тарихи асышты ҡотҡарып ҡалыуға ҙур көс һала. Быуаттар буйы ер аҫтында һаҡланған ҡомартҡыларҙы сығарыу эше ике грант иҫәбенә башҡарыла.

Рәсәй фәнни фонды һәм Ватан тарихы гранттары беҙгә экспедиция ойошторорға ярҙам итә. Бер аҙнанан ашыу ваҡыт эсендә күп экспонаттар табылды. 140 квадрат метр майҙанда эшләйбеҙ.

Евгений Русланов, «Алтын Урҙа» археологик экспедицияһы етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты

13-сө һәм 14-се быуаттарҙа халыҡ бында тирмә формаһындағы торлаҡта йәшәгән.Табылған тимер эш ҡоралдары боронғолар тимер эшкәртеү менән дә шөғөлләнгән тип фаразларға ирек бирә. Бынан тыш, ситтән килтерелгән керамика ҡалдыҡтары халыҡтың сауҙа менән бәйләнеше тураһында һөйләй.

Беҙ археология эшенә балаларҙы ҡыҙыҡтырырға, тыуған ерҙең тарихын өйрәтергә тырышабыҙ. Йыл һайын ҡыҙыҡлы факттар килеп сыға. Мәҫәлән, беҙ боронғоларҙы күсмә тормош менән йәшәгән тип уйлаһаҡ, бына бөгөн генә табылған ҡул тирмәне уны инҡар итә.

Никита Савельев, «Алтын Урҙа» археологик экспедицияһында ҡатнашыусы, тарих фәндәре кандидаты

Ғалимдар әйтеүенсә, сейәлек мәҙәниәте вәкилдәре эҙҙәре Өфө-2 ҡаласығында ла осрай. Ентекле тикшерелгәндән һуң экспонаттар Республика Милли музейына тапшырыла.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ