Өфөгә һөйөү менән. Башҡортостан Республика Профсоюздар йортонда бөгөн баш ҡала юбилейына арналған махсус күргәҙмә эш башланы. Экспозиция 36 рәссамдың картиналарын берләштерә. Улар аша Өфөнөң тарихи-мәҙәни урындарын, заман объекттарын танырға мөмкин. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Рәйхана Дәүләтшина һүрәт төшөрөргә хаҡлы ялға сыҡҡас, көтмәгәндә тотона. Замандашыбыҙ ун йыл эсендә бик күп экспозицияларҙа ҡатнашып өлгөрә. Санкт-Петербург ҡалаһында ғына мәҫәлән, ете шәхси күргәҙмәһе үтә.
Республика Профсоюздар йортонда асылған күргәҙмә 36 рәссамдың ижадын сағылдыра. Барыһы ла Өфөгә һөйөү менән һуғарылған. Экспозиция үҙе лә баш ҡаланың 450 йыллығына арналған. Һәм ул ҡылҡәләм оҫталарын бер майҙанға йыйған тәүге күләмле юбилей сараһы.
Рәссамдар иҫке йорттарҙы, тарихи күҙлектән сығып үҙ картиналарында һүрәтләргә тырышҡан. Уларҙы баш ҡаланың билдәле бер урамдары аша билдәләргә мөмкин. Ҡайһыларын танып та булмай. Сөнки, ул урындан инде күп ҡатлы йорт ҡалҡып сыҡҡан.
Өфөнөң тарихи-мәҙәни урындарынан, хәҙерге объекттарға тиклем мәңгеләштерелгән картиналар бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ, тип ышана ойоштороусылар. Экспозиция урыны ла осраҡлы һайланмаған. Сөнки, аҙна һайын тигәндәй Республика Профсоюздар йортонда төрлө кимәлдәге осрашыуҙар үтә. Ошо рәүешле, рәссамдар Өфөнөң бар матурлығын картиналарҙа ла еткерергә тырыша.
Азат Ғәлиуллин



