Шулай уҡ ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн радиоэлектрон көрәш приборҙары әҙерләй. Халыҡ фронтының төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, Владимир Әминев Донбасҡа 2014 йылдан алып ярҙам итә. Уға "Монах" тигән ҡушамат биргәндәр. Владимир Әминев белдереүенсә, һәр һалдаттың ҡул аҫтында бронежилетты яҡшыртыу, уңайлыраҡ итеү үҙгәртеү өсөн кәрәк-яраҡ булырға тейеш.







