Урман хужалығы миинстрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл йәшерен рәүештә 1 мең 900 кубик метр ағас ҡырҡылған. Был - уҙған йылдың ошо осоронан бер нисә тапҡырға аҙыраҡ. Быйыл 151 осраҡ теркәлгән. Урманға 38 миллион һумлыҡ зыян килгән. Рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусылар йыһандан күҙәтеү, шулай уҡ махсус рейдтар барышында асыҡлана.







