Волга буйы округындағы иң ҙур мәктәп Өфөлә 2025 йылдың 1 сентябренә асыла

Был турала Төҙөлөш һәм архитектура  министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов белдерҙе. Белем йорто Кузнецов Затонында һалына. Ул 2 мең 200 уҡыусыға иҫәпләнә. Бында төҙөлөш 2023 йылда башланды. Уҡыу кластарынан тыш, мәктәптә 4 спорт һәм тамаша залы, дизайн, фото, театр һәм  кино студияһы, нәшриәт, робототехника кабинеты була.

Фото №1 - Волга буйы округындағы иң ҙур мәктәп Өфөлә 2025 йылдың 1 сентябренә асыла
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ