Баймаҡ районында Талҡаҫ күле буйында шәмбе өмәһе үтте

Таҙа мөхит. Баймаҡ районында Талҡаҫ күле буйында шәмбе өмәһе үтте. Яр буйын сүп-сарҙан таҙартыу өмәһендә урындағы халыҡ, ирекмәндәр һәм Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ҡатнашты. Экологик акцияға Баймаҡтан, Сибайҙан, Магнитогорскиҙан 200-ҙән ашыу кеше ҡушылды. Уртаҡ көс менән күл буйы пластик ҡалдыҡтарҙан, шешәләрҙән һәм башҡа сүп-сарҙан таҙартылды. Күләмле акцияға водолаздар ҙа йәлеп ителде. Махсус әҙерләнгән белгестәр күл төбөндә ятҡан сүп-сарҙы йыйып Талҡаҫ буйын тәртипкә килтерҙе.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ