Карпов ауылында тиҙҙән яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Өфө эргәһендә урынлашҡан Карпов ауылында тиҙҙән яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Унда пациенттарҙы участка табип-терапевты, фельдшер, педиатр, шәфҡәт туташтары ҡабул итә. Бинала төҙөү эштәре тамамланған - һыу торбалары үткәрелгән, мебель алынған. Август аҙағына ут уҙғарыу, биләмәне төҙөкләндереү, асфальт һалыу, парковка төҙөү планлаштырыла.Быға тиклем медицина ярҙамы халыҡҡа күрше Федоровка ҡасабаһы фапында күрһәтелгән.

ФАП бинаһына һыу торбалары һуҙылған. Төҙөүселәрҙең эшен ҡабул иттек. Янғын һүндереү сигнализацияһы, һыу тәьминәте тотҡарлыҡһыҙ эшләй. Розеткалар, яҡтыртыу ҡорамалдары бик яҡшы ҡоролған. Үҙәк электр селтәренә тоташтырылғандан һуң бина файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Урал Әфтәхов, Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһының граждандар оборонаһы һәм мобилизация эше буйынса баш табип урынбаҫары

Өфө кеүек ҙур мегаполис эргәһендә ҡасабалар йылдам үҫешә. Был ҡасабаларҙа йәшәүсе халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүҙә фаптарҙың өлөшө ҙур.

Булат Ғарифуллин, Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһы баш табибы

Йыл аҙағына Башҡортостанда 107 фельдшер-акушерлыҡ пункты, дүрт дөйөм практика табибы офисы, 19 амбулатория һәм бер участка дауаханаһы файҙаланыуға тапшырылыр тип күҙаллана. Биналар «Сәләмәтлек» милли проектының «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» төбәк программаһы буйынса төҙөлә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ