Әле улар 1812 иҫәпләнә. Ә үҙмәшғүлдәр ике тапҡырға күберәк. Күрһәткес шул иҫәптән дәүләт тарафынан уңайлы финанс инструменттар булдырылыуға бәйле. Әйтәйек, 2023 йылда район эшҡыуарҙарына 4 миллион һумдан ашыу субсидия бүленгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған «Инвестиция» һәм «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәрендә» йүнселдәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә. Учалы эшҡыуарҙары менән БЮТ ижади төркөмө аралашты.
Марат Мырҙабаев автосервиста тәүге йыл ғына эшләй. Бәләкәй саҡтан ҡыҙыҡһынған йүнәлеште үҙ иткән. Бында килеп урынлашҡас та уға, йыһазландырыу кимәле, заманса тәьминәт оҡшаған.
Техник хеҙмәтләндереү станция хужаһы - йүнсел Радик Зиннәтуллин. Ул районда иң беренсе эшҡыуарҙарҙың береһе, эшен шулай уҡ ябай механик булараҡ башлай. Автосервис франшиза буйынса эшләй. Бизнесты үҫтереү өсөн эшҡыуар дәүләт ярҙамы менән файҙаланған. Техосмотр өсөн йыһаздар, машинаны күтәреү, диагностика ҡоролмаларын һатып алыу өсөн 15 миллион һумлап субсидия алған. Бынан тыш, ойошмаға кредит проценттарын ҡаплауға ла субсидия бирелә.
Станцияла техосмотр, автомобилде йыуыу, кузов ремонты пункттары бар. Машина тәртипкә килтерелгәнсе, хужаһы ял итә. Клиент бүлмәһендә ремонт барышын видео аша күҙәтеп, сәй эсергә, телевизор ҡарарға мөмкин.
Эшҡыуар Азат Ғәффәтуллин дә үҙ эшен үҫтереүгә дәүләттән финанс ярҙам ала. Ул мотоциклдарҙы автомобилгә беркетеү өсөн трап уйлап тапҡан. Оҡшаш ҡоролмалар булһа ла, уныҡы күпкә уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк. Мотохвост 200 килограмға тиклем ауырлыҡты күтәрә ала.
Азат Ғәффәтуллин уйлап тапҡан модель менән сит илдәр ҙә ҡыҙыҡһына. Әҙер ҡоролмаларҙы ла һатып ала. Эшҡыуар етештереү күләмдәрен арттырырға ниәтләй. Оҙаҡламай ул яңы цехҡа күсеп, дрондар өсөн яңы ҡоролма сығармаҡсы.
Рәзилә Ғилметдинова



