Хәйбулла районында «Бөйөк дала» 6-сы асыҡ республика рок-фестивале үтте

Күләмле мәҙәни сара муниципалитетта 2011 йылдан алып уҙа, унда ҡатнашыу өсөн төп шарт - тере тауышҡа йырлау. Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм урындағы хакимиәт тарфынан ойошторолған фестиваль башҡорт рок мәҙәниәте флагманы булып тора, йылдан-йыл ҡатнашыусылар һәм тамашасылар һаны арта. Сара барышында республикала рок-музыка үҫешенә нигеҙ һалыусылар ҙа иҫкә алына. Быйыл асыҡ һауалағы сәхнәлә иллегә яҡын музыкант сығыш яһаны. Фестиваль һәр йылдағыса яңы исемдәр, һәләттәр асты.

Фестивалдә ҡатнашыусылар араһында лотерея уйыны ла уҙғарылды, төп приз - телевизорҙы Аҡъярҙан Фазыловтар ғаиләһе отто. Мәҙәни сара дискотека менән тамамланды. «Бөйөк дала» рок һөйөүселәрҙе 2026 йылда йәнә бер майҙанға йыясаҡ.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ