Өфөлә республиканың төп хоккей аренаһында «Физкультурниктар көн»ө үҙғарылды. Был байрам беҙҙең илдә 1939 йылдан билдәләнә. Физкультура уҡытыусылары, тренерҙар, спортсылар һәм ябай спорт һөйөүселәр уны үҙҙәренең төп һөнәри байрамы тип иҫәпләй. Был хаҡта киләһе яҙмала.
«Физкультурниктар көнө»нөң иң күңелле өлөшө - бүләкләү тантанаһы. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡулынан хоккей эксперты, Марат Азаматов исемендәге мәктәп директоры Рәмил Юлдашев Башҡортостанда спортты үҫтереүгә индергән тос өлөшө өсөн награда алды. Уны «Өфө-Арена»ла тапшырыуҙары икеләтә ҡыуаныс.
«Өфө-Арена» ла һәр кем ГТО нормативтарын тапшыра алды. Бының өсөн шунда уҡ теркәлеү үтергә, һуңынан оҙонлоҡҡа һикереү, гер күтәреү кеүек спорт төрҙәре ҡаралғайны.
Ә «Өфө-Арена»ның икенсе ҡатында һәр кем үҙен спорт төрҙәрендә һынап ҡараны - дартс, мас-рестлинг, армрестлинг, өҫтәл теннисы. Бынан тыш, биатлон тренажерҙарында шөғөлләнергә, шашка уйнарға өйрәнергә һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә мөмкин ине.
Мөмкин тиклем күберәк халыҡты физкультура менән спортҡа йәлеп итеү - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡуйған төп бурыстарҙың береһе. Шуға күрә район, ҡала кимәлендәге ярыштарҙан тыш, төбәктә Бөтә ил күләмендәге спорт ваҡиғалары ла һәр яҡлап хуплана.
Гүзәл Борханова






