Оҙайлы ваҡыттан һуң, үҙәк яңы форматта эш башлап, «ҡанат» тибындағы парашюттарҙа һикереүҙәр ойоштора. Үҙәктең эшмәкәрлеге менән яҡындан БЮТ ижади төркөмө танышты. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова күктән ергә бөгөн үҙе ырғыны.
Ел һыҙғыра, ә беҙҙең тандем секундына 180 метр тиҙлектә ергә ҡарай оса. Ауырлыҡты юғалтыуҙы һиҙәһең. Һанаулы секундар һәм, ниһайәт, парашют ҡанат кеүек йәйелеп беҙҙе һауала тота. Командаларҙы аяҡ-ҡулдар автоматик рәүештә үҙаллы эшләй башлай. Сөнки һауаға күтәрелер алдынан инструктаж үттек.
Парашют менән һикерергә теләүсе һәр кем тәүҙә ентекле теория үтә. Был барыһы өсөн дә мотлаҡ этап.
Унан һуң тренажерҙа һәм тышта практик күнекмәләр башлана. Уны инструкторһыҙ, үҙҙалы һикерәсәк буласаҡ парашютистар башҡара. «Первушин» аэродромындағы парашют менән һикереү үҙәге яңыраҡ ҡына эш башланы. Тәүге һикереүҙәр 20 июль үткән. Үҙәктең төп маҡсаты - республикала парашют спортын үҫтереү, спортсыларҙы әҙерләү.
Был экстремаль спорт төрөнөң барлыҡ нескәлектәрен тойоу маҡсатында беҙҙең ижади төркөмдө лә парашют менән һикерергә саҡырҙылар. Уңыш миңә йылмайҙы - операторыбыҙ үҙҙаллы, ә мин инструктор менән һикерәм. Экипаж тупланып Ан-2 самолетында урын алабыҙ.
Парашют менән һикерергә теләгән һәр кемдең дә башта ҡурҡыу тойғоһо була, ул башлыса билдәһеҙлеккә бәйле, ти инструкторҙар. Уны кисектереү өсөн дә уҡыуҙар үтергә кәңәш итәләр.
Мине инструкторҙың спорт мастерлығына кандидат һәм быға тиклем 3 мең тапҡырҙан ашыу парашют менән һикереү тәжрибәһе булыуы ғына тынысландыра. Офоҡ матурлығы, ҡояш нурҙары... Бейеклектән баҫыуҙарҙың сиктәре, биналарҙың һыҙаттары ғына күренә. Башҡортостандың иҫ киткес матурлығы ус эсендә кеүек.
Осоу 6 минут тирәһе дауам итте. Ергә йомшаҡ килеп ултырҙыҡ. (мягкая посадка)
Белгестәр әйтеүенсә, парашют менән беренсе тапҡыр һикергәндән һуң, кешеләр йә башҡа бер ҡасан да килмәй, йә, киреһенсә, экстремаль спорт төрө менән шөғөлләнеп, төрлө ярыштарҙа ҡатнаша башлай.
Бер нисә йылдан һуң, парашютсылар өсөн Башҡортостан күге йәнә асыҡ. Үҙәк яҡын арала инфраструктураны үҫтерергә, быуа булдырырға күҙаллай. Был осраҡта төрлө экстремаль күнекмәләр эшләү өсөн дә юл асыласаҡ. Шулай уҡ даими рәүшетә ярыштар уҙғарыу паланлаштырыла.
Әлфинә Килдейәрова






