Халыҡ тауыш биреү өсөн участканы дәүләт хеҙмәттәре порталы аша һайлай ала

Беҙҙең республика электрон ғариза ебәреү мөмкинлеге булған төбәктәр исемлегенә  инде. "Мобиль һайлаусы" сервисы дәүләт хеҙмәттәр порталында булдырылған. - Бындай хеҙмәт ярҙамында һайлаусыға үҙе теләгән урында тауышын биреү мөмкинлеге бар. Кеше районда теркәлгән, үҙе Өфөлә йәшәй  икән, ул портал аша яҡыныраҡ һайлау участкаһын һайлай һәм тауыш биреүҙә  ҡатнаша ала, тип хәбәр итәләр Һанлы үҫеш министрлығынан. Ғаризаны һайлауға тиклем өс көн алдан, йәғни 2 сентябрь  тамамланғансы  бирергә  кәрәк. Республика Башлығын һайлау өсөн 3 көн билдәләнде, участкалар 6, 7 һәм 8 сентябрҙә  эшләй.

Фото №1 - Халыҡ тауыш биреү өсөн участканы дәүләт хеҙмәттәре порталы аша һайлай ала
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ