Йыл башынан алып “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһы буйынса ойошторолған сараларҙа 13 меңдән ашыу ҡатнашыусы теркәлгән. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан белдереүҙәренсә, оло йәштәгеләр өсөн Беларусь республикаһы, Ҡаҙахстан, Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Башҡортостандың төрлө туристик урындарына сәйәхәт ойошторолған. Программаға ярашлы йыл аҙағына тиклем тағын 7 мең кеше өсөн төрлө саралар уҙғарыу ҡаралған.







