Документтарҙың төп нөсхәһен тапшырған ҡыҙ һәм егеттәр студенттар исемлегенә индерелде. Юғары уҡыу йорттарына коммерция нигеҙендә алыу 20 августҡа тиклем дауам итә. Рәсәй Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы ҡабул итеү кампанияһы былтырғынан күпкә яҡшыраҡ үткән. Байтаҡ университеттарҙа бюджет урындарының барыһы ла тиҙ арала тулған. Шулай уҡ абитуриенттарҙы һайлап алыу сифатына иғтибар артҡан.







