Республика яугирҙарының сираттағы төркөмө ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Оҙатыу сараһы «Өфө-Арена» спорт комплексы алдындағы майҙанда үтте. Хәрбиҙәр ике аҙна ял иткән. Ошо ваҡыт эсендә улар яҡындары менән осрашырға ла, көнкүреш мәшәҡәттәрен хәл итергә лә өлгөргән. Ир-егеттәрҙе хеҙмәт урынына «Башавтотранс» автобустары алып барасаҡ. Транспорт саралары маршруты республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторола.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән Башҡортостан халҡы өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү 1 миллион 200 мең һум. Шулай уҡ ил президенты Владимир Путин указы буйынса 1 августан йыл аҙағына тиклем контракт төҙөгән хәрбиҙәргә 400 мең һум күләмендә федераль түләү ҡаралған. 10 июлдән Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы ла арттырылды.
Контракт төҙөргә теләүселәр тулыраҡ мәғлүмәтте 122 һаны буйынса Ситуация үҙәгенә шылтыратып йәки «Минең документтарым» күп функциялы үҙәк офистарында белешә ала.






