Баймаҡ ҡалаһында ирекмәндәр штабы булдырыла

Изге ярҙам йәки берҙмлек көсө. Баймаҡ ҡалаһы Әлибаев урамының 53-сө йортонда ирекмәндәр штабы булдырыла. Әле унда ремонт эштәре бара. Киләһе яҙма ошо хаҡта.

Гөлназ Хафизованы Баймаҡ ҡалаһы һәм районында ирекмәндәр хәрәкәтен ойоштороусы булараҡ яҡшы беләләр. Сығышы менән Ҡуянтау ауылынан булған ҡатын үҙе Сорғот ҡалаһында йәшәй. Махсус хәрби операция башланғас ирекмәндәрҙе бергә туплау теләген тормошҡа ашыра. Әлеге ваҡытта тыуған яғында ғаиләһе менән ял итә, шул уҡ мәлдә ирекмәндәр өсөн штаб булдырыу, уны ремонтлау эшен дә алып бара.

Интернет киңлектәрендәге меңдән ашыу кешене берләштергән ирекмәндәр чатына Гөлназ ремонтта ҡатнашыу өсөн ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Сыңғыҙ, Ишмырҙа ауылынан, Баймаҡ ҡалаһында йәшәүселәр, мәктәп уҡыусылары саҡырыуҙы ихлас ҡабул итеп килә.

Тәү сиратта штаб яугирҙәр өсөн ылыу туплау урыны буласаҡ. Әлибаев урамының 53-сө йортонда урынлашҡан, элекке “Йәш техниктар станцияһы” бинаһында ремонт эштәре көн дә дауам итә. Был изге эшкә ҡушылырға теләүселәргә ишектәр асыҡ.

Раушания Рәхимова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ