БСТ каналында «Йөрәгемдә Ватаным» проекты старт ала

Беҙҙең телеканалда яңы проект старт ала. «Йөрәгемдә Ватаным» тапшырыуы махсус хәрби операция геройҙарына арналған. БСТ каналы журналистары даими рәүештә Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына барып үҙебеҙҙең яугирҙар менән осраша, уларҙың хеҙмәте, республика күрһәткән ярҙам тураһында һөйләй. Беҙҙең архивта хәрбиҙәр менән яҙҙырылған әңгәмәәлр байтаҡ. Улар менән «Йөрәгемдә Ватаным» тапшырыуында таныша алаһығыҙ. Бөгөн эфирға сығасаҡ интервью Луганск халыҡ республикаһында йәшәп, Башҡортостан яугирҙарына ярҙам итеүсе, уларҙы һыйындырыусы Татьяна ханым менән ойошторолған. Мама Таня менән Гүзәл Хәмитова әңгәмәләште. Тапшырыуҙы бөгөн киске сәғәт туғыҙынсы 15 минутта ҡарағыҙ.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ