Республикала 1 сентябрҙән күп балалы ғаиләләрҙәге уҡыусылар өсөн йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү тураһында закон үҙ көсөнә инә.
Яңы ярҙам сараларының береһе - ҡала йәмәғәт транспорты - автобуста, трамвайҙа һәм троллейбуста бушлай йөрөүҙе күҙ уңында тота. Был ярҙам сараһы күп балалы ғаиләләрҙәге бөтә уҡыусыларға ла ҡағыла. Ташлама ял, байрам һәм каникулдан тыш 1 сентябрҙән 31 майға тиклем ғәмәлдә була.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда өс һәм унан күберәк балаһы булған, шул иҫәптән сабыйҙы уллыҡҡа, опекаға йәки попечителлеккә ҡабул иткән ғаилә күп балалы тип иҫәпләнә. Социаль ярҙам сараһы менән ишле ғаиләләр өлкән балаға 18 йәш тулғансы йәки ул көндөҙгө бүлектә уҡыһа, 23 йәш тулғансы файҙалана ала.






