Хужаһы эте менән бергә йөҙҙө. Үҙенсәлекле ярыш Өфөлә үтте. Һыу өҫтөндәге дистанцияны саптарҙа, кәмәлә һәм катамарандарҙа үтергә мөмкин ине. Иң мөһиме еңеү түгел, ә ҡатнашыу, ти сараны ойоштороусы Йортһоҙ хайуандарға ярҙам фонды хеҙмәткәрҙәре. Майҙансыҡта фондҡа ярҙам итеү маҡсатында иғәнәләр ҙә йыйылды. Бәйгелә ҡатнашыусы төп геройҙарҙың береһе - Ральф ҡушаматлы эт. Имгәнгән хайуанды ирекмәндәр тапҡан, уның тере ҡалыуын мөғжизәгә тиңләйҙәр. Хәҙер хайуан тик коляскала ғына хәрәкәт итә ала. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре Ральфҡа хужа эҙләй.






