Оператив кәңәшмә барышында хужалыҡтарҙың ураҡ эштәрен һәм мал аҙығын әҙерләүҙе аномаль климатик шарттарҙа алып барыуы хәбәр ителде. Хеҙмәт баҙарындағы хәл, юл ремонты, мәктәптәрҙә ойошторолған медицина хеҙмәте - көн үҙәгенә сығарылған төп темалар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Башҡортостан - мәктәп стоматологияһы эшләгән Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылар иҫәбендә. Мәғариф учреждениеларында 239 стоматология кабинеты эшләй, уларҙың 110-ы «Ҡанатлан» мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуле буйынса асылған. Бынан тыш, 2020 йылдың ноябренән республика муниципалитеттарына «Толпар» күсмә стоматология комплексы даими рәүештә сыға. Оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров белем усаҡтарын стоматология кабинеттары менән йыһазландырыу эшен дауам итеү мөһимлеген билдәләне.
Радий Хәбиров Башҡортостандың алдынғы урта махсус уҡыу йорттарында ихтыяж менән файҙаланылған йүнәлештәр буйынса ҡабул итеүҙе арттырырға ҡушты. Әгәр бер урынға 8-10 кеше дәғүә итә икән, тимәк, һәр кемгә уҡыу мөмкинлеге бирергә кәрәк. Республиканың коллежд-техникумдарында өҫтәмә ике мең урын барлыҡҡа килергә тейеш.
Хеҙмәт баҙарында иһә эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж юғары, вакансияларҙың 67 проценты уларға тура килә. Тәүге ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса республикала дөйөм эшһеҙлек кимәле 1,5 процент тәшкил иткән. Хеҙмәт баҙарындағы тотороҡлоҡ - ойошма һәм хеҙмәткәрҙәргә ҡарата булдырылған өҫтәмә ярҙам сараларын тормошҡа ашырыуға бәйле. Мәшғүллек үҙәктәрен яңыртыу эше лә әүҙем алып барыла.
Оператив кәңәшмә барышында ураҡ эштәре лә ҡаралды. Әлегә республика ауыл эшсәндәре 350 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар йыйған. Хужалыҡтар ҡатмарлы шарттарҙа мал аҙығын әҙерләүҙе лә дауам итә. Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы етәкселеге билдәләүенсә, ерҙең үтә дымлы булыуына бәйле Ғәҙәттән тыш хәл режимы индереү буйынса документтар раҫлана.
Ҡойма ямғыр, ташҡындан зыян күргән юл участкалары, күперҙәрҙе тергеҙеү бурысы ла ҡуйылған. Төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министрлығы етәкселеге район-ҡалаларҙа тәбиғәт күренештәре эҙемтәләре нисек бөтөрөлөүе тураһында тулы мәғлүмәт туплап, киләһе «Транспорт сәғәте»ндә тәҡдим итәсәк.
Радий Хәбиров Стәрлетамаҡты урап үткән «Өфө-Ырымбур» автомобиль юл участкаһы төҙөлөшө башланыуын да хәбәр итте. Эш был аҙнала башлана. Проект буйынса, юлды дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтеү ҡаралған.
Киләһе өс йылда төҙөкләндереләсәк проблемалы юл участкалары билдәләнергә тейеш. Был йәһәттән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәрен Хөкүмәт менән тығыҙ эш алып барырға саҡырҙы. Ремонт эштәре буйынса айырым график төҙөлә.
Гөлназ Хәйбуллина



