Башҡортостан юлдарҙың сифаты буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы төбәк

Республика был күрһәткестәр буйынса күрше Татарстанды уҙған. Иң тәүге өсәү исемлеген Пермь крайы йомғаҡлай. Абруйлы РИА-рейтинг агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2023 йылда Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙың 67,1 проценты нормаларға тап килгән. Ил буйынса Башҡортостан 17-се урында. Быйыл республикала «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты буйынса 218 километр трасса һәм дөйөм оҙонлоғо 415 метрға етерлек күперҙәр төҙөкләндереләсәк. Шул уҡ ваҡытта эксперттар республиканы юл хужалығын ойоштороу йәһәтенән ҡатмарлы төбәк тип һанай. Башҡортостан юлдар оҙонлоғо буйынса ла айырылып тора. Ә уларға бәйле мәсьәләләр йылдар буйы тупланған. Әммә һуңғы йылдарҙа республика етәкселеге юлдар проблемаһына айырыуса иғтибар бүлә.

Һуңғы йылдарҙа республиканың юл-транспорт комплексы өс йүнәлеш буйынса үҫеште. Тәү сиратта халыҡты ташыусы транспорт системаһын тулыһынса үҙгәртеүгә иғтибар бүленде. Икенсенән, федераль кимәлдәге күләмле инфраструктура объекттары төҙөлөшөнә баҫым яһалды. Өсөнсө йүнәлеш юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Был эҙмә-эҙлекле эш ошо һөҙөмтәләргә алып килде лә инде.

Рөстәм Баязитов, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрлығының йәмәғәт советы рәйесе

Бөгөн дә республиканың юл хужалығында ҙур проекттар тормошҡа ашырыла. Өс тиҫтә йылдан ашыу торғандан һуң ниһәйәт Көнсығыш сығыу юлы файҙаланыуға тапшырылды. Нуғай ауылына транспорт йөрөү мәсьәләһе хәл ителде. м 12 федераль трассаһы участкаһы , бихисап күперҙәр төҙөкләндерелә. Быйыл ғына йөҙ объектта эштәр бара. Был маҡсатҡа 7 миллиард һум аҡса бүленгән. Шул иҫәптән яртыһы федераль ҡаҙнанан. Шуға ҡарамаҫтан халыҡтан юл проблемаһына бәйле мөрәжәғәттәр килеп тора. Уларҙы хәл итеү төп маҡсаттарҙың береһе. « Тиҙ аралал төҙөкләндерелергә тейеш юлдар» программаһы ла Радий Хәбировтың башланғысы. Тап властарҙың юл мәсьәләһен йәшермәүе, киреһенсә асыҡтан -асыҡ хәл итергә тырышыуы юғары рейтинг нигеҙенә ята.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ