Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә был хаҡта төбәк башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Өфөлә бер-нисә гуманитар ярҙам йыйыу нөктәһе ойошторолдо. Республика тыныс халыҡҡа, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙам итеүҙе бер ҡасан да туҡтатмай.
Күптәр бомбаға эләккәндән һуң бер нәмәһеҙ ҡалған - улар өсөн республиканан ярҙам күрһәтелә. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров :»Курскта нацистар һөжүменән зяын күргән халыҡҡа һәм балаларға Башҡортоостан ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, беҙҙең төп бурыс кешеләрҙе һәм балаларҙы тыныс урынға күсереү»,тип белдерҙе.
Йыйылған ярҙамдың шаҡтай өлөшө оҙатылған. Бөгөн тапшырған гуманитар ярҙам да оҙаҡламай ебәреләсәк. Өфөнөң Нуғай ауылының 147-се мәктәбе уҡыусыларының ата-әсәләре, ауыл кешеләре пунктҡа кейем-һалым килтерә. Түшәк кәрәк-яраҡтары,йылы пледтар, балалар уйынсыҡтары - барыһы ла яңы.
Гуманитар ярҙам йыйыу пункттары Октябрь районы хакими әтендә ойошторолдо. Курск халҡына ярҙамға предприятиелар, учреждение хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. Кешеләр күпләп балалар уйынсыҡтары һәм ҙур күләмдә боҙолмай торған аҙыҡ-түлек менән ярҙам итә.
Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса эш бер көн дә туҡтамай.. Бөгөн Башҡорт дәүләт аграр университеты һалдаттар ихтыяждары өсөн ДТ-75 бульдозерын тапшырҙы.
Был ҡеүәтле техника менән дошмандарҙан азат ителгән Рәсәй биләмәләре емереклектәрҙән таҙартыласаҡ.
Аграр университет махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашыусыларға тәүге тапҡыр ғына ярҙам итмәй. Улар өсөн техниканы тергеҙеү оҫтаханаһында транспорт ремонтлана, аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты тушенкалар әҙерләй. Сентябрҙән юғары уҡыу йортонда маскировка селтәрҙәре үрелә башлаясаҡ. «Күмәкләгән яу ҡайтарған» девизы аҫтында Башҡортостан етәкселеге һәм халҡы Курск өлкәһендә дошман утынан зыян күреүселәрҙе лә үҙ ҡанатына алырға әҙер.
Гүзәл Борханова






