«Ҡалҡан» ирекмәндәр хәрәкәтенең Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге цехына маскировка селтәрҙәре үреүсе ирекмәндәр талап ителә. Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерергә теләүселәрҙе «Умарта» йәмәғәт биләмәһендә урынлашҡан цехта көтәләр.
Зүнирә Вәғиз ҡыҙы маскировка селтәре үрергә былтырҙан бирле йөрөй. Һаулығы ҡаҡшап торһа ла, еңеүҙе яҡынайтыу теләге көслө. Бында килһәң күңелгә рәхәт булып ҡала, ти ирекмән.
Черниковка биҫтәһендә йыл ярым элек асылған цехты Гөлнара Илгиз ҡыҙы етәкләй. Ирекмәндәр махсус хәрби операция биләмәһенә 318 селтәр ебәргән. Йәй миҙгелендә ирекмәндәргә ҡытлыҡ күҙәтелә.
Цех асылғандан бирле был эште ҡалдырмаусыларҙың береһе Әлмира Кейекбаева. Уның кейәүе махсус хәрби операцияла.
Башлыса бында хаҡлы ялдағылар йөрөй, эштән һуң килеүсе йәштәр ҙә бар. Маскировка селтәре өсөн таҫма киҫеү станогын Черниковкала йәшәүсе Кулибиндар эшләп биргән. Сюжетты төшөргән ваҡытта беҙҙең водитель Мөнир Уйылданов та ирекмәндәргә ярҙам итеп өлгөрҙө.
Маскировка селтәре хәрбиҙәргә аҙыҡ-түлек һәм шәхси гигиена әйберҙәре менән бергә гуманитар ылау аша ебәрелә.
Бәйләнеш өсөн телефон; 8 - 999-131-76-21 Гөлнара Юферова
Рәмилә Исмәғилева






