Өфөлә махсус хәрби операцияла һәләк булған Эдуард Хизбуллинды һуңғы юлға оҙаттылар

Хоккейға ғашиҡ журналист. Бөгөн Өфөлә махсус хәрби операцияла һәләк булған билдәле журналист, «Толпар» һәм «Ағиҙел» командаларының матбуғат хеҙмәткәре Эдуард Хизбуллинды һуңғы юлға оҙаттылар. Яҡташыбыҙ 4 августа Донецк халыҡ республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Эдуардҡа ни бары 37 йәш ине. Яугир менән хушлашыу Өфө спорт һарайында - Эдуард Хизбуллин хоккей спортына тәүгә аяҡ баҫҡан, һуңынан ошонда бик күп уйындарҙы күҙәтеп, экрандар аша тамашасыға еткергән урында үтте.

Башҡорт журналистикаһына Эдуард Хизбуллин 2000-се йылдар башында, көтөлмәгән сағыу йондоҙ булып килеп инде. Әле беренсе курста ғына уҡып йөрөгән йәш журналисты тиҙ арала тәжрибәле хеҙмәттәштәре һәм тамашасылар ҙа яратып өлгөрә. Әммә, ата-әсәһе әйтеүенсә, Эдуардтың спортҡа һөйөүе тағы ла иртәрәк уяна. Ете йәшендә ул «Совет спорты» гәзитен энәһенән-ебенә тиклем ҡыҙыҡһынып уҡый башлай.

Йылдар үтеү менән хоккей спорты һәм спорт журналистикаһы Эдуардтың йәшәү рәүешенә әйләнә, «Салауат Юлаев» клубын ул һәр ваҡыт йөрөгендә йөрөтә. БСТ каналында һәүәҫкәр хоккейсылар клубы ойошторолғас та ул тәүгеләрҙән булып ошо клубҡа инә.

Хоккей спортына һөйөүен Эдуард ҡыҙҙары Аиша менән Әминәгә лә һала. Улар ҙа аталары кеүек спорт менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнә.

Бынан ике йыл элек Эдуард Хизбуллин үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. Тыныс тормошта кеүек үк, Эдуард үҙен яуҙа ла ышаныслы дуҫ, һынмаҫ рухлы яугир итеп күрһәтә.

Яуҙа күрһәткөн ҡаһарманлығы өсөн Эдуард Хизбуллин һәләк булғандән һуң «Батырлыҡ өсөн» ордены менән бүләкләнде. Яугир-интернационалист һәм юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуып үҫкән геройҙың рухи ныҡлығы ата-әсәһенән килә.

Дуҫтары, яҡындары һәм спорт һөйөүселәр күңелендә Эдуард Хизбуллин яҡты күңелле кеше, һуңғы тамсы ҡанына тиклем ғәзиз Ватанға тоғролоҡ өлгөһө булып ҡаласаҡ.

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ