Бөгөнгә 100-ҙән ашыу хәрби сәләмәтлеген нығытҡан. Шулай уҡ яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтелә. Шифахана директоры Рәмил Бәҙретдинов әйтеүенсә, был эш дауам итә. Быйыл Башҡортостанда яраланған хәрбиҙәрҙе һауыҡтырыу өсөн 100 миллион һум ҡаралған. Яугирҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары 15 шифаханала ҡабул ителә.







