Башҡортостан Башлығы алдағы өс йылға юл ремонты графигын төҙөргә ҡушты

Радий Хәбиров хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә район хакимиәте башлыҡтарына иң проблемалы юл өлөштәрен билдәләү кәрәклеге тураһында белдерҙе. Ул Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы етәксеһе Любовь Минаковаға муниципалитет башлыҡтарынан 2025-2027 йылдарҙа башҡарыласаҡ эштәрҙе асыҡларға ҡушты. “Һәр урында проблемалы юлдар бар. Кешеләргә барыһын да яҡшылап аңлатырға кәрәк. Уларҙы алдарға ярамай. Вәғәҙәләр үтәлергә тейеш”, - тине республика етәксеһе.

2023 йылда Радий Хәбировтың башланғысы менән үтә насар юлдар программаһы булдырылды. Халыҡ төҙөкләндереүҙе һораған юл участкалары исемлеккә индерелә. Быйыл программаны тормошҡа ашырыуға 5 миллиард һумға яҡын аҡса бүленгән.

Фото №1 - Башҡортостан Башлығы алдағы өс йылға юл ремонты графигын төҙөргә ҡушты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ