Өфө халыҡ-ара марафонын уҙғарыу ваҡыты үҙгәрҙе

Ул 22 сентябрҙә була. 1 сентябрҙә үтергә тейешле спорт байрамының ваҡыты күсеү 31 августа Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан саралар уҙғарылыуы менән аңлатыла. Ҡайһы бер тамашалар  сентябрҙең 1-ендә лә була. Теркәлгәндәр тура яңы датаға күсә. Ҡатнашыуҙан баш тартыусыларҙың билет өсөн аҡсаһы кире ҡайтарыла, тип хәбәр итәләр ойоштороу комитетынан. Марафон 10-сы тапҡыр уҙғарыла.  Үткән йылда унда 7 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

Фото №1 - Өфө халыҡ-ара марафонын уҙғарыу ваҡыты үҙгәрҙе
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ