Резиденттар республика иҡтисадына миллиард һумдан ашыу аҡса һалған. Был турала премьер-министр Андрей Назаров хәбәр итә. Әле Башҡортостанда биш йылдам үҫеш биләмәһе бар. Улар - Бәләбәй, Күмертау, Благовещен, Нефтекама һәм Белорет. Нефть һәм газ ҡорамалдары, күпер төҙөлөшө өсөн кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек, медицина тауарҙары, спорт ҡорамалдары, кейем-һалым, уйынсыҡтар етештерелә. Бындай биләмәлә эшләүсе инвесторҙар өсөн һәр төрлө ташламалар ҡаралған.







