ЗАГС реестры 1 ғинуарҙан алып авгусҡа тиклемге мәғлүмәттәрҙе иғлан итте. Һирәк исемдәр араһында Аллана, Сауда, Радмилла, Асият һәм Әсмә бар. Малайҙарға Астемир, Саяр, Трофим, Чан Вьюнг Ань һәм Танир тигән үҙенсәлекле исемдәр ҡушылған. Иң популяр исемдәр Әминә, София, Йәсмин, Эмилия, Арина, Тимур, Әмир, Марк һәм Артем булған.







