Ул Өфө кампусында диалог форматында үтте. Алдағы йылдарҙа төбәкте үҫтереү идеялары яңғыраны. Пандемия, санкция баҫымы, махсус операция - Радий Хәбиров биш йылдан ашыу ваҡыт эсендә идара итеү мәленә тура килгән ваҡиғалар һәм уларҙы лайыҡлы үткәреү, артабанғы бурыстарҙы атаны. Төп баҫым махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеүгә ,шулай уҡ иҡтисадты һөҙөмтәле үҫтерергә тейеш. Радий Хәбиров, мәҫәлән, йыл аҙағына тиклем Башҡортостан һалдаттарға ай һайын 500-шәр пилотһыҙ аппарат ебәрәсәк, улар төбәктә етештерелә башлаясаҡ, тип белдерҙе. Атап әйткәндә, Радий Хәбиров 2030 йылға тиклем төбәктең үҫешен билдәләйәсәк «Башҡортостан 3.0» программаһы әҙерләнеүе хаҡында һөйләне. Ул тормоштоң бөтә өлкәләренә ҡағыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан башлығы вазифаһына биш сәйәси партия кандидаты дәғүә итә. Партияларҙа әле 6,7 һәм 8 сентябрҙә үтәсәк һайлауға тулы әҙерлек бара. Һәр кандидат республиканы үҫтереүгә үҙ программаһын тәҡдим итә.
Либерал демократтар партияһы кандидаты республикала йәшәүсе халыҡ менән осрашыуҙар үткәрә, проблемалы һорауҙарҙы өйрәнеп киләсәктә уларҙы хәл итеү юлдарын барлай.
Коммунистар партияһында һайлауға агитацион материалдар әҙерләнә, сәйәси майҙанда тәжрибәле кандидат республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ҙур предприятиелар менән идара итеү тәңгәлендәге һәм башҡа мөһим мәсьәләләрҙе үҙ программаһында күрә.
Яңы кешеләр партияһы кандидаты иң йәше һәм партияның маҡсаттары ла йәштәрҙең идеяларын тормошҡа ашырыу, һанлы республика булдырыу, эшҡыуарҙарға ярҙам итеү.



