Юбилей объекттары буйлап сәйәхәт. Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан баш ҡалала яңы спорт объекттары - Ишкәкле слалом, Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге төҙөлә, Ағиҙел йылғаһы ярында Башҡортостан менән Абхазия араһындағы дуҫлыҡты символлаштырған Коллонада күтәрелә. Бөгөн журналистар һәм блогерҙар төҙөлөш майҙансыҡтарында булып, ведомство етәкселәре, архитекторҙар һәм төҙөүселәр менән аралашты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Ағым тиҙлеге секундына 8 кубометр, канал тау йылғаһын хәтерләтә. Гидротехник ҡоролмалар ярҙамында шарлап аҡҡан һыу эффекты барлыҡҡа килә. Ишкәкле слалом өсөн канал төҙөлөшө тамамланыу алдында, эргәләге биләмәне төҙөкләндерергә генә ҡалған. Тиҙҙән сафҡа инәсәк комплекста был спорт төрө буйынса уҡыу-күнекмәләр, спорт ярыштары уҙғарыла башлай. Эргәлә генә Теплое күле, һыу температураһы егерме градустан түбән төшмәй. Шуға күрә канал да йыл әйләнәһенә эшләйәсәк. Старттан финиш һыҙығына тиклем 250 метр.
Өфөнөң 450 йыллығына ҙур спорт объекттары төҙөлөшө әүҙем бара. Фехтование үҙәге лә архитектура яғынан заманса стилдә эшләнә, бында күнекмәләр, турнирҙар үткәреү өсөн барлыҡ шарттар булдырыла. Комплекс Өфөнөң Затон биҫтәһендә Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге эргәһендә урынлашҡан. Ул РСФСР-ҙың һәм СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Рәмил Әйүпов исемен йөрөтәсәк. Әйткәндәй, был спорт төрө баш ҡалала етмеш йылдан ашыу үҫешә. Бөгөн фехтование менән 900-гә яҡын кеше шөғәлләнә.
Фехтование буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры һәм спорт мастеры Лира Грушина журналистарға рапира менән эш итеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәреп, баш ҡалала яңы спорт комплексы төҙөлөшө мөһимлеген билдәләне. Тиҙҙән рапирасылар йортло буласаҡ.
Тағы ла бер юбилей объекты - Көрәш һарайы әҙерлеге 92 процентҡа теүәлләнгән. Күләмле төҙөлөшкә республика башлығы Радий Хәбиров 2019 йылдың авгусында старт биргәйне. Бинаның майҙаны 28 мең квадрат метр. Бында биш залы булған спорт көрәше мәктәбе, спортсылар өсөн ҡунаҡхана урынлашасаҡ, проект буйынса медицина-тергеҙеү үҙәге, бассейн, спа-комплекс буласаҡ.
Көрәш һарайында 3400 урынға иҫәпләнгән зал да бар. Ҙурлығы буйынса ул Өфө-Аренанан ғына ҡалыша. Бында халыҡ ара кимәлдәге спорт ярыштарынан тыш, мәҙәни саралар уҙғарыу ҙа ҡаралған.
Спорт объектының тышҡы яғын коллоналар биҙәй, ошондай уҡ архитектура төҙөлөшө Ағиҙел йылғаһы буйында ла күтәрелә. Сухумдағы коллонаданың күсермәһе - Башҡортостан менән Абхазияның дуҫлыҡ символы. Эргәлә генә «Дуҫлыҡ монументы» урынлашыуы ла оло мәғәнәгә эйә. Утыҙ йыл элек төҙөлгән Хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙең мөһимлеге бөгөн дә һаҡлана.
Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан төҙөлгән һәр объект архитектураһы менән һоҡландыра. Баш ҡалала спорт объекттары, иҫтәлекле урындар арта. Бөгөн журналистар өсөн ойошторолған экскурсия ла байрамға әҙерлектең юғары кимәлдә булыуын күрһәтте.
Гөлназ Хәйбуллина






