Төрлө предприятие хеҙмәткәрҙәрен уҡытыу «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәренә тормошҡа ашырыла. Йылдың биш айы йомғаҡтары буйынса химия сәнәғәте продукцияһының дөйөм экспорт күләме 21,3 процентҡа тиң. Санкция һәм логистик ҡатмарлыҡтар арҡаһында ҡайһы бер ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, акселератор кеүек программалар күрһәткестәрҙе арттырырға булышлыҡ итә.
Уҡытыу барышында ойошмалар иҡтисади бәйләнештәрҙе арттырырға, тышҡы баҙарға сығырға өйрәнә. «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты 2030 йылға тиклем оҙайтылған. Ошо ваҡытҡа тиклем экспорт өлкәһендә эшләгән ойошмаларға ярҙам итеүесе саралар уйлап табыу планлаштырылған. Атап әйткәндә, «Сит ил инфраструктураһын булдырыу» федераль проектын индереү күҙалалана. Уға ярашлы, транспорт-логистика үҙәктәре, сәнәғәт парктары һәм порт инфраструктураһы төҙөлөшөнә ярҙам күрһәтелә. Объекттарҙы Ҡытай, Һиндостан, Төркиә, Иран, Әзербайжан, Үзбәкстан кеүек илдәрҙә төҙөү ҡаралған.



