Башҡортостанға Курск өлкәһенән бер төркөм балалар килде

Бөгөн төндә Башҡортостанға Курск өлкәһенән бер төркөм балалар килде. Украина хәрби көстәре һөжүм итеү сәбәпле йортһоҙ ҡалған малай-ҡыҙҙар республика шифаханаларында, лагерҙарҙа ял итәсәк. 34 баланан торған тәүге төркөм Дүртөйлө районынында сәләмәтлектәрен нығытасаҡ. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Курск өлкәһенә ярҙам итеү мөһимлеген билдәләгәйне. Был беҙҙең төп маҡсат. Улар әле үтә ауыр хәлдә. Әгәр беҙ шундай шарттарҙа ҡалһаҡ, улар ҙа беҙгә ярҙам итер ине, тине республика башлығы. Балаларҙы мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре оҙатып йөрөй.

Балалар каникул мәлен Башҡортостанда үткәрәсәк. Ҡатмарлы тормош шарттарында ҡалған малай-ҡыҙҙар менән медицина белгестәре, психологтар эшләй Беҙ уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Башҡортостан үҙ дуҫтарын, яҡындарын бер ваҡытта ла ауыр мәлдә яңғыҙын ҡалдырмай.

Инесса Косолапова, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ