Йортҡа тиклем һыу үткәрелеп, тәҙрәләр яңыртылған. Бөрө районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренең заявкалары буйынса көнкүреш мәсьәләләр хәл ителә.
Был эште урындағы социаль ярҙам Хәйриә фонды алып бара. Әйтәйек, хаҡлы ялдағы Нина Князева ярты быуатҡа яҡын һыуһыҙ һәм канализацияһыҙ йәшәгән. 2022 йылда ике улы ла үҙ теләге менән ил һағына баҫҡан. Ҡатын билдәләүенсә, уларҙың береһе алғы һыҙыҡта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашыуҙа йортҡа тиклем һыу үткәреүҙәрен һораған. Заявка Бөрөләге хәйриә фондына тапшырылған. Ирекмәндәр уны тиҙ арала үтәгән. Районда «Татарин» ҡушаматлы яугирға ла ярҙам күрһәтелгән. Яңы йортҡа пластик тәҙрәләр бушлай ҡуйылған.
Бөрөләге социаль ярҙам Хәйриә фонды ун өс йыл элек ойошторолған. Һуңғы ике йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам даими күрһәтелә.






