Дәрестәрҙе Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында үтергә мөмкин. Пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү курстары илдең 30 субъектында, шул иҫәптән, Башҡортостанда тормошҡа ашырыла башлаған. 62 миллион һумлыҡ федераль грант иҫәбенә матди-техник база булдырылған, коптерҙар һатып алынған. Ә үҙәкте ремонтлау өсөн республика бюджетынан 5 миллион һум субсидия бүленгән. Түңәрәктәр республика мәктәптәрендә лә эшләйәсәк. Курсты үтергә теләүселәр сентябрь уртаһынан ҡабул ителә. Дәрестәрҙе бушлай «Мәшғүлеккә булышлыҡ итеү» федераль проекты буйынса бушлай үтергә мөмкин.






