Өфөлә Рәсәй Геройы, Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле төшөрөлгән маркалы конверт әйләнешкә сыҡты. Билдәле яҡташыбыҙҙың юбилейы алдынан Өфө почтамтында махсус почта штемпеле менән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командирының исемле конвертына мисәт һуғылды. Тантанала Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов менән Рәсәй Почтаһы төбәк идаралығы етәксеһе Ленард Шафиҡов ҡатнашты. Конверттың тиражы 300 000 дана. Уларҙы Өфө һәм Башҡортостан почта бүлексәләрендә һатып алырға мөмкин.






