Ойоштороусылар байрам саралары үтәсәк майҙандарҙың барыһын да төҙөп бөткән. Ҡайһы бер локацияларҙы ойошторорға ғына ҡалған. Иртәгә фестиваль үтәсәк майҙан йөҙ процентҡа әҙер буласаҡ, тип хәбәр итә район етәкселеге. Әле Баймаҡ районың Граф күле эргәһендә сараны асыу тантанаһы репетициялары бара. Спортсылар, йылҡы үрсетеүселәр килә башлаған. «Башҡорт аты» фестивалендә ун мең тирәһе кеше ҡатнашыуы көтөлә. Синоптиктар ҙа һауа торошоноң яҡшы булыуын һәм был күләмле сараны ойоштороуға бер нимә лә ҡамасауламауын билдәләй.






