Учалы районынан күн әйберҙәр тегеү оҫтаһы дәүләт ярҙамында етештереү күләмен арттыра

Социаль контракт буйынса эшҡыуарға 350 мең һум субсидия бүленгән. Оҫта күндән сумка, янсыҡтар, бумажник, паспорт тышлыҡтары һәм башҡа әйберҙәр эшләй. Кәсеп оҫтаһы менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.

Буласаҡ биҙәүескә һүрәт баҫыр алдынан, тирене эшкәртеү мөһим. Ул артыҡ ҡоро ла, еүеш тә булмаҫҡа тейеш. Башта материалға буласаҡ һүрәт күсерелә. Күнде оҫта башлыса сит илдәрҙән һатып ала. Эшендә һыйыр, кәзә, үгеҙ, хатта скат тиреләрен файҙалана.

Тирене баҫыуҙың ике - эҫе һәм һыуыҡ ысулы бар. Тәүгеһендә штамп юғары градусҡа тиклем ҡыҙҙырылып тирегә баҫыла. Руслан Әхмәтов иһә һыуыҡ ысул буйынса эшләй, уның биҙәктәренең һәр нағышы ҡулдан эшләнелә. Бындай һүрәт бер ҡасан да бер төрлө килеп сыҡмай. Йәғни, оҫтанының һәр эше үҙенсәлекле.

Күн әйберҙәр тегеүгә оҫта ковид ваҡытында тотона. Башта бөтә эште - материалды ҡырҡыу, йоҡартыу, тегеүҙе ҡулдан башҡара. Дәүләт менән социаль контракт төҙөгәндән һуң, уға заманса техника һатып алыу өсөн субсидия бүленә. Шунан һуң, эше күпкә еңелләшә.

Тимәк, табыш та ҙурыраҡ буласаҡ. Руслан Әхмәтов етештергән аксессуарҙар зауыҡлы ғына түгел, юғары сифатлы ла. Улар бер тиҫтәләп йылға тиклем хеҙмәт итә ала. Оҫтаның киләсәккә маҡсаты ҙур: ул яңы оҫтаханаға күсеп, фурнитураларҙы ла үҙаллы ҡоймаҡсы.

Рәзилә Ғилметдинова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ