"Федя" батырлығы өсөн миҙалға лайыҡ булды

Ҡариҙел егете  Рәсәй Оборона министрлығының “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалы менән бүләкләнде. Ошо хаҡта район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин хәбәр итә. “Федя”  позывнойлы яугир оло батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ менән хәрби йөкләмәләрҙе башҡара һәм дәүләт наградаһына лайыҡ була. Район халҡы яҡташтары менән ғорурлана, уларға һәр эштә ярҙам итә, фронт һыҙығындағы һалдаттар ихтыяжы өсөн гуманитар кәрәк-яраҡтар йыя. Былар йәш быуын өсөн бик әһәмиәтле, яҡшы өлгө,- ти  Айҙар Шәйҙуллин.Башҡортостанда контракт буйынса хеҙмәткә алыу дауам итә. Килешеү төҙөүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр 1 миллион 200 мең һумға етте. Илдең Ҡораллы Көстәре сафына баҫырға теләгәндәр 117 телефоны буйынса шылтырата ала. Республикала  "Рекрут" проекты старт алды. Уға ярашлы, Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә булышлыҡ иткән ирекмәндәргә социаль ярҙам күрһәтелә. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Ситуация үҙәгенә шылтыратырға кәрәк. Бәйләнеш телефоны:  8(347) 218-19-19.

Фото №1 - "Федя" батырлығы  өсөн миҙалға  лайыҡ  булды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ