Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә Инйәр йылғаһы Архангель районының Баҫыутамаҡ ауылында - 63, Белорет районының Асы ауылында 57 сантиметрға күтәрелгән, Ағиҙелдең Ишембай районында 47 һәм Салауатта 35 сантиметрға артыуы теркәлгән. Республика йылғаларында һәм һыуһаҡлағыстарында хәл тәүлек әйләнәһе күҙәтелә.







