Легендар генерал Миңлеғәли Шайморатовтың 125 йыллығына арналған конверт һәм махсус штемпель сығарылды. Рәсәй почта хеҙмәтенең республика идаралағынан хәбәр итеүҙәренсә, тематик конвертта 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командирының Өфөләге һәйкәле төшөрөлгән. Уның тиражы 300 мең дана.







