Уның ағзалары Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге “Умарта” йәмәғәт биләмәһендә маскировка селтәрҙәре үрә. Йыл ярым эсендә махсус хәрби операцияға 300-ҙән ашыу селтәр ебәрелгән. Ирекмән Зүнирә Савкина ла еңеүгә үҙ өлөшөн индерә.
Башҡортостанда яугирҙәр өсөн гуманитар ярҙам туплау дауам итә. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы эшләй. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында булдырылған.







