Район хакимиәте башлығы Илнур Игдиев социаль селтәрендәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, яугирҙар өсөн аҙыҡ-түлек, гигиена әйберҙәре , дарыуҙар, ике еңел автомобиль, мотоцикл, ун кубик метр таҡта, рациялар, дрондар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ебәрелгән. “Егеттәр беҙҙең ярҙамға мохтаж. Гуманитар ылау йыйыуҙа ҡатнашҡан халыҡҡа рәхмәтемде белдерәм”, тип яҙған Бүздәк районы хакуимиәте башлығы.







