Башҡортостан юлдаш телеканалында 18 августа «Башҡорт каникулдары» проектының өсөнсө миҙгеле старт ала. Радий Хәбиров телевизион проекттың авторҙары менән осрашты. «Башҡорт каникулдары» -популяр тревел-шоу форматындағы телепрограммалар циклы. Һәр сығарылыш республиканың айырым районына йәки һайланған тематикаға, Башҡортостандың тәбиғәт һәм мәҙәни иҫтәлекле урындарына, милли аш-һыуға, йолаларға, һөнәрселәргә һәм Кесе ватан тарихын һаҡлау менән шөғөлләнгән кешеләргә арналған. Проект Башҡортостан Башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла.
Был юлы проектты ойоштороусылар Күгәрсен, Белорет, Әбйәлил һәм башҡа райондарҙың хозур тәбиғәт мөйөштәренә сәйәхәткә саҡыра. «Юбилейлы Өфө» сығарылышы баш ҡаланың 450 йыллығына арнала.






