Башҡортостанда репродуктив һаулыҡты бушлай тикшертергә мөмкин

Был ата-әсә булырға теләгән ҡатын-ҡыҙҙарға ғына түгел, ир-аттарға ла ҡағыла. Программа бөтә ил буйынса быйыл эшләй башлаған. Бының өсөн, пациентҡа теркәлгән поликлиникаға килеп, анкета тултырырға кәрәк. Ҡатын-ҡыҙҙарға тикшереүҙе акушер-гинеколог үткәрә, анализ ала. Дауалау учреждениеһында уролог булмаған осраҡта уны махсус уҡыу үткән хирург алмаштыра ала. Диспансер тикшереү яҡын арала ғына түгел, оҙайлы киләсәктә бала табырға планлаштырған парҙарға ла тәҡдим ителә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ