Өфөлә «Батарейка тапшырабыҙ» акцияһы үтә

Баш ҡала халҡы махсус контейнерҙарға төрлө ҙурлыҡтағы батарейкалар, электроника аккумуляторҙары, пауэрбанктар, кеҫә телефондары һәм башҡа бәләкәй көнкүреш техникаһын алып килә ала. Дим районы мәҙәниәт һәм ял паркындағы йыйыу нөктәһендә акция 18 авгусҡа тиклем дауам итә. Ҡабул итеү тәүлек әйләнәһенә эшләй, батареялар көндөҙгө сәғәт 12-нән 2-гә тиклем үлсәнелеп, мәғлүмәттәр махсус ведомостҡа теркәлә. «Экология» милли проектында әүҙем ҡатнашыусыларҙы ҡиммәтле бүләктәр көтә. Эшкәртеү өсөн терегөмөшлө әйберҙәр ҡабул ителмәй. Тулыраҡ мәғлүмәт акция банерҙарында.

Батарейкалар тапшырыу акцияһы Өфөлә 2019 йылдан алып уҙғарыла. Биш йыл эсендә улар 16 тоннанан ашыу йыйылып икенсел эшкәртеүгә тапшырылған. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең күрһәткес даими, 3 тонна тирәһе тәшкил итә. Көндәлек тормошта электр приборҙарында ҡулланылғандан һуң элементтар полигонда тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәй, яңынан эшкәртелә.

Ольга Филева, Өфө ҡалаһы хакимиәте идаралығының экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бүлеге етәксеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ